«Пермдә фажиғә. Кешеләр үлде. Бер ғәйепһеҙҙәр. Кем ғәйепле, бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә, – быны асыҡларға кәрәк. Ҡайғырабыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 20 сентябрҙә Пермь дәүләт университетында Тимур Бекмансуровтың студенттарға һәм үтеп барыусыларға мылтыҡ менән ата башлауы хаҡында хәбәр иткәйне. Республика етәксеһе сираттағы тапҡыр мәктәптәрҙә, колледждарҙа, университеттарҙа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын тикшерергә ҡушты.



