«Башинформ» агентлығына Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «уҡытыусы тренерҙар бүлмәһендә документтар тултырып ултырған; ниндәйҙер мәлдә ул аңын юғалта башлаған һәм ултырғыстан йығылып төшкән».
Мәктәпкә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән. Табиптар уҡытыусының үлемен теркәгән.
«Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса, уҡытыусының үлеме криминаль характерҙа түгел», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡытыусы йөрәк хәлһеҙлегенән үлгән.



