43-сө Красный Холм һайлау округында шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина иң күп тауыш йыйҙы (54,75%).
29-сы Талбазы һайлау округынан Заһир Хәкимовтың да (58,78%) депутат булыуы ихтимал, Беүә һайлау округында, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, балалар омбудсмены Милана Скоробогатова еңде (63,47%).



