Новости
17 Сентября 2021, 10:48

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -3 градусҡаса ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле күренеш тураһында иҫкәртә: 18 сентябрҙә төндә һәм иртән республикала урыны менән -3 градусҡаса һыуытыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -3 градусҡаса ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр тураһында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -3 градусҡаса ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр тураһында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -3 градусҡаса ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр тураһында иҫкәртә

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙелеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә +1,+6, урыны менән -3-кә тиклем, һауала һәм тупраҡта ҡырау, көндөҙ +5,+10. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге һәйбәт.

Өфөлә лә болотло һауа торошо көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә +3,+5, көндөҙ +7,+9 градус була.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас