Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында анкета һорауҙарына яуап биреү тамамланған.
Башҡортостандың Конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары араһында һорауҙарға онлайн яуап биреү тамамланған. Анкета һорауҙарына яуап биреү ведомствоның рәсми сайтында аноним формала үткәрелгән. Был сарала 705 респондент ҡатнашҡан. Уларҙың төп өлөшөн – 58 процентты – шәхси эшҡыуарҙар тәшкил иткән.
– Дәүләт комитеты тарафынан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә конкурентлылыҡ үҫеше стандарты талаптарын үтәү маҡсатында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы тауар баҙарҙарында конкурентлылыҡ торошон һәм үҫешен йыл һайын мониторинг үткәреү сиктәрендә һорауҙарға яуап биреү үткәрелде. Анкета һорауҙарына яуап биреүҙең төп маҡсаты – эшҡыуарҙарҙан төбәк тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙарҙарында административ ҡаршылыҡтар кимәле һәм конкурентлылыҡ торошо, үҫеше тураһында белеү, - тип белдергән Конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Конкуренттар күберәк булған (һигеҙ һәм унан күберәк) баҙарҙарҙа һорауҙарға яуап биргән 356 эшҡыуар эшләй. Респонденттарҙың 42 проценты һуңғы өс йылда Башҡортостанда конкурентлылыҡтың һиҙелерлек үҫеше хаҡында белдергән. Шулай уҡ йүнселдәрҙең һуңғы өс йылда административ кәртәләр тураһындағы фекере өйрәнелгән. Респонденттарҙың бер проценты һуңғы ваҡытта хәлдең үҙгәреүе хаҡында белдергән. Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 15 проценты, эшҡыуарлыҡҡа административ ҡаршылыҡтарҙы еңеүе элеккегә ҡарағанда еңелерәк, тип иҫәпләй икән.
Йүнселлек үҫеше өсөн ҙур һалымдар (24 процент), Рәсәйҙәге эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген көйләгән закондарҙың тотороҡһоҙлоғо (12 процент), ер участкаларын алыуҙа (6 процент) ярайһы ғына ҡаршылыҡтар булыуы хаҡында белдергәндәр.
Анкета һорауҙарына яуап биргән йүнселдәрҙең төп өлөшө (74 процент) власть органдары эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биргән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының һорауҙарға онлайн яуап биреү һөҙөмтәләре төбәктә конкурентлылыҡ мөхитенең барлыҡ йүнәлештәре буйынса ыңғай баһа алған. Ә бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан