Новости
8 Сентябрь 2021, 10:08

Башҡортостанда 17 градусҡа тиклем йылыта

Алдағы ике көндә Башҡортостанда 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башҡортостанда 17 градусҡа тиклем йылытаБашҡортостанда 17 градусҡа тиклем йылыта
Башҡортостанда 17 градусҡа тиклем йылыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 9 сентябрҙә республикала көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә 4- 9 градус йылы, көндөҙ иһә һауа 12-17 градусҡаса йылына.

10 сентябрҙә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ 12-17 градус йылы, тип йомғаҡ яһаны синоптиктар.

 

 

Галина Бахшиева
 
Илья Кузнецов фотоһы (https://vk.com/ishimbaiphoto)
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас