Новости
7 Сентябрь 2021, 13:52

Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты алдағы тәүлектә хәүефле һауа шарттары хаҡында иҫкәртте.

Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыРеспубликала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 8 сентябрҙә республикала һауа температураһының 0, -3 градусҡаса һалҡынайтыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томанда күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей», — тиелә ведомство белдереүендә.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас