Был компания менән Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Берлектәге ошо эш хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын кәмендә биш процентҡа арттыра барыуҙы, ә Компетенциялар буйынса федераль үҙәктән киңәйтелгән ярҙам алған осраҡта кәмендә 10 процентҡа күтәреүҙе күҙ уңында тота.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты предприятиеларҙа яңы етештереү мәҙәниәте булдырыуҙы тәьмин итә, ул Рәсәй тауарҙарының көнәркәшлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген төрлө юлдар менән күтәрергә була, иң ябайы – кешеләр һанын кәметеү, ләкин был юлдан барырға йыйынмайбыҙ, – ти предприятиеның генераль директоры Эдуард Давыдов. – Беҙ тейешле күрһәткестәргә етештереү күләмен арттырыу, уның төрләндереү, яңы тауарҙар булдырыу нигеҙендә өлгәшергә ниәтләйбеҙ. “БСК”ның милли проектта ҡатнашыуы компанияның ғына түгел, тотош республиканың иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһар тип көтәбеҙ. Беҙ республика етәкселегенең был йүнәлештә әүҙем эш алып барыуын күреп торабыҙ”.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан