Новости
3 Сентября 2021, 03:15

Ауылға күсһәң - бер миллион һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәғариф тармағына ярҙам саралары тураһында яҙҙы.

Ауылға күсһәң - бер миллион һумАуылға күсһәң - бер миллион һум
Ауылға күсһәң - бер миллион һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә мәғариф тармағына ярҙам саралары тураһында яҙҙы.

"Республикабыҙ мәктәптәрендә уңайлы булһын өсөн бөтә шарттарҙы ла тыуҙырабыҙ: балаларға – уҡыу, ә педагогтарға эше оҡшаһын. Айырыуса йәш быуынға күп иғтибар бүләбеҙ, уларҙың ихтыяждарын хәстәрләйбеҙ. Хроник сире булғандарға дистанцияла уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Уҡытыусыларҙы ярҙамдан өҙмәйбеҙ. Бының өсөн беҙҙә комплекслы саралар күрелгән. Ике йылға бер мәртәбә, конкурс нигеҙендә, 25 йәш уҡытыусыға 40-ар мең һум күләмендә гранттар тапшырабыҙ. Ауылда эш башлаған йәш педагогтарға “подъемный” ҡаралған, йыл да 100 кеше 690 мең һум күләмендә аҡса ала", - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы фекеренсә, уҡыусыларҙың да, педагогтарҙың да һәләттәрен үҫтереү өсөн юлдар күп. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа (конкурс) еңгәндәр, призерҙар премиялар менән дәртләндерелә. “Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш уҡытыусы” конкурстары даими уҙғарыла.

"2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһы тормошҡа ашырыла, – тигән Радий Хәбиров. – Уның нигеҙендә ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға һәм халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаға эшкә күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса бирелә. Беҙ киләсәктә лә мәктәптәр төҙөйәсәкбеҙ, уларҙы ремонтлаясаҡбыҙ, яңы китаптар, ҡорамалдар аласаҡбыҙ. Мохтажлыҡ кисергәндәргә ярҙам итәсәкбеҙ. Байрам менән!"

 

 

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Илдар Акьюлов
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас