

Кисә кис Салауат ҡалаһында биш ҡатлы торлаҡ йорттоң дүртенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙа янғын сыҡҡан. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр саҡыртылған, улар йорттан 30 кешене, шул иҫәптән өс баланы сығарған.
30 квадрат метр майҙанда сыҡҡан янғын тиҙ арала һүндерелгән, әммә уның насар һөрөмө кешеләргә зыян килтереп өлгөргән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс кешегә табип ярҙамы талап ителгән. Янғын сыҡҡан фатир өҫтөндәге ҡатта йәшәгән кешеләр улар, төтөн менән ағыуланғандар.
Зыян күргәндәрҙе - 1967 йылғы ҡатынды, 2004 йылғы ҡыҙҙы һәм дүрт йәшлек кенә баланы - тиҙ арала Салауат ҡалаһы дауаханаһына алып барғандар. Ауыр хәлдәге сабыйҙы шунда уҡ реанимация бүлексәһенә һалғандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уны ҡотҡарып өлгөрмәгән. Өлкән йәштәге ҡатын, ҡаралғас, өйөнә ҡайтарылған. 17 йәшлек ҡыҙ реанимацияла, уның хәле ауыр тип баһалана.
Шул уҡ янғында зыян күргән һигеҙ айлыҡ бала ла дауаханаға килтерелгән, әле уның хәлен күҙәтәләр.
Янғындың ни сәбәпле сыҡҡанын белгестәр әле асыҡлай.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.