Ярамай һәм тейеш
Мәктәбемә сабам һәр көн иртән,
Һыуыҡ, ямғыр, елгә ҡарамай,
Өйҙән сыҡмаҫ инем мөмкин булһа –
Уҡытыусы бит мин – ярамай!
Ниндәй сара булһа – уртаһында,
Субботниктар, концерт – эш тә эш!
Нисек итеп инде баш тартаһың?
Уҡытыусы бит мин – мин тейеш!
Ләкин ҡара – ниндәй хөрмәт менән
Иҫәнләшә йәше-олоһо,
Уҡытыусы – иң абруйлы шәхес,
Был –ауылдың изге йолаһы.
Һәр саҡ алда, эштең уртаһында,
Яҡын кешеләрем, үҙ ерем,
Ярамай һәм тейеш араһында
Үтеп китеп бара ғүмерем…
Фирүзә Абдуллина.
+24 °С
Ямғыр



