Новости
31 Август 2021, 12:02

Башҡортостан йөҙөүсеһе Андрей Николаев Токиола Паралимпиада «алтыны»н яуланы

Башҡортостандан 20 йәшлек спортсы Андрей Николаев Токиола икенсе паралимпия миҙалын яуланы. Был юлы спортсы S8 класында ирекле стиль менән 400 метрға йөҙөүҙә еңеүсе булды. Николаевтың һөҙөмтәһе — 4 минут 25,16 секунд.

Башҡортостан йөҙөүсеһе Андрей Николаев Токиола Паралимпиада «алтыны»н яуланыБашҡортостан йөҙөүсеһе Андрей Николаев Токиола Паралимпиада «алтыны»н яуланы
Башҡортостан йөҙөүсеһе Андрей Николаев Токиола Паралимпиада «алтыны»н яуланы

Италия спортсыһы Альберто Амодео (4.25,93) — икенсе, Американан Мэттью Торрес (4.28,47) өсөнсө урынды алды.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Андрей Николаевтың ирекле стиль менән 100 метрға йөҙөүҙә көмөш миҙал яулауы хаҡында хәбәр иткәйне.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас