Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә моделле китапханалар тураһында фекерҙәрен әйтте.
“Бына ошондай заманса уҡыу өсөн киңлектәр Благовар, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел һәм Туймазы райондарында булдырылды. Элек бында башлыса уҡыу әсбаптары менән шөғөлләнер өсөн генә килһәләр, хәҙер яңы гәзит-журналдар уҡырға, өҫтәл уйындары уйнарға, кино ҡарарға һәм уңайлы пуфтарҙа ял итергә була.
Был яңы формат китапханалары – моделле. Уларҙы Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында булдырҙылар. Биналарҙы яңынан ҡорамалландырыу өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 52,5 миллион һум аҡса бүленде.
Учреждениелар ремонтланды һәм бер нисә зонаға бүленде: балалар, йәштәр, ғаилә, яңғыҙ эшләү өсөн, осраҡлы уҡыу, конференц-зал. Китапханалар өсөн китап фонды яңыртылды.
Бында килеүселәр өсөн Милли электрон китапхана, Борис Ельцин исемендәге Президент китапханаһына, “Литрес” һәм “Консультант” мәғлүмәт базаларына бәйләнеш асылды.
Сиратта – Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Учалы райондары. Уларҙа яңы китапханалар 2021 йыл аҙағына тиклем асыласаҡ”, – тип яҙҙы ул.