Николаев Австралия йөҙөүсеһе Бен Попхэмдан ғына ҡалышты. Почёт пьедесталының өсөнсө баҫҡысына Греция вәкиле Димостенис Михаленцакис күтәрелде.
Белешмә
Андрей Николаев — ике тапҡыр донъя чемпионаты еңеүсеһе һәм бронза призеры, ике тапҡыр Европа чемпионаты еңеүсеһе һәм ике тапҡыр көмөш призеры, терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған спортсылар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Йөҙөү менән 2008 йылдан шөғөлләнә. 2018 йылдан Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһында.
Тәүге һәм әлеге ваҡыттағы тренеры — Фәнил Кирәев.



