Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов һүҙҙәренсә, иртәнән уны һүндереүҙә 200-ҙән ашыу кеше һәм ун берәмек техника эшләй.
«Беҙ ирекмәндәр йыябыҙ. Казанка ауылы мәктәбендә координаторҙар бар, улар барыһын да аңлатыр, тейешле мәғлүмәт бирер. Ҡайнар аш менән туҡланыу ойошторола», — тип яҙҙы Дәмин Юланов.
Бәйләнеш өсөн координаторҙарҙың телефоны: +7 927 237 73 69 (Альмира), +7 927 927 31 48 (Фидан).



