Әйткәндәй, Каппадокияла ярыштарҙа ҡатнашыусылар 100 шаҡмаҡлы таҡтала махсуслаша. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ «рапид» дисциплинаһында дүртенсе урынды алды.
Шашканың ике төрөндә уңышлы уйнаған Александр Георгиевтың һәм Муродулло Амриллаевтың еңеүе Рәсәй командаһына блицта — алтын, ә рапидта бронза миҙал килтерҙе.
Дүрт дисциплинаның өсәүһендә Рәсәй командалары алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Чемпионатта алты илдән 17 команда ҡатнашты.
Шашка-100 буйынса 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев бер нисә көн элек Төркиәлә шашка-64 буйынса Европа чемпионатында икенсе урынды алды.



