Новости
23 Августа 2021, 07:29

Башҡортостанда эҫе көндәр ҡасан тамамлана — һауа торошо

Башҡортостанда аномаль йәйге эҫелек тамамлана.

Башҡортостанда эҫе көндәр ҡасан тамамлана — һауа торошоБашҡортостанда эҫе көндәр ҡасан тамамлана — һауа торошо
Башҡортостанда эҫе көндәр ҡасан тамамлана — һауа торошо

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Аҙнаның тәүге яртыһында көндөҙ +32, +35 градус эҫе була. Йомаға термометр бағанаһы көндөҙ 28 градусҡаса түбәнәйә, төндә лә һалҡынайта. Урыны менән ямғыр һәм йәшен фаразлана.

28 һәм 29 августа республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, көндөҙ һауа температураһы +20, төндә+13, +16 градус.

Киләһе аҙна ла ҡояшлы була. Һауа көндөҙ +27 градусҡаса йылына. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас