Владимир Путиндың май указдарындағы “Демография” милли проектына ярашлы 2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында юғары һәм урта уҡыу йорттарын тамамлаған 365 студент стажировка үтеү хоҡуғына эйә.
Бының өсөн республика бюджетынан 18,2 миллион һум күләмендәге аҡса бүленгән. Дәүләттең был ярҙамына 2021 йылда төп мәғариф программаһы буйынса юғары һәм урта һөнәри белем алған йәш белгестәр дәғүә итә ала. Улар Башҡортостандың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә тейеш.
“Беҙ эш эҙләгән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эш эҙләү үҙәктәренә барып етә алмаған тағы ла күберәк сығарылыш студенттарын йәлеп итергә тырышабыҙ. Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы республиканың төп юғары уҡыу йорттары менән 8 килешеү төҙөнө. Был эш эҙләү үҙәге менән белем биреү ойошмалары, эш тәҡдим итеүселәр араһындағы бәйләнеште нығытырға ярҙам итә”, – ти был программа хаҡында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының эшһеҙҙәргә ярҙам итеү һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Дмитрий Ветошкин.
Йәш белгестәрҙе стажировкалау алты ай дауамындағы хеҙмәт килешеүе нигеҙендә бойомға ашырыла. Уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эш урыны таба алмаған, һәм ҡулдарында 2021 йылда уҡыу йортон тамамлаған тигән документ булған һәр кем стажировка үтеү хоҡуғына эйә.
Әлеге мәлдә эш эҙләү үҙәктәре аша 240 кисәге студент стажирвкаға ебәрелгән, 13 миллион һумға 150 эш тәҡдим итеүселәр менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Үткән 2020 йылда стажировка программаһында 440 йәш белгес ҡатнашҡан. «Башнефтегеофизика», «Буринтех», «Искож», «КумАПП», АО «Салаватнефтемаш», «Чишминский» ойошмалары менән килешеүҙәр булдырылған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан