Новости
18 Август 2021, 10:07

Башҡортостанда үгеҙ көтөүсене һөҙгән һәм бер нисә ҡабырғаһын һындырған

Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 58 йәшлек көтөүсеһе эш урынында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған.

Башҡортостанда үгеҙ көтөүсене һөҙгән һәм бер нисә ҡабырғаһын һындырғанБашҡортостанда үгеҙ көтөүсене һөҙгән һәм бер нисә ҡабырғаһын һындырған
Башҡортостанда үгеҙ көтөүсене һөҙгән һәм бер нисә ҡабырғаһын һындырған

Июнь аҙағында малсылар көтөү көтөп йөрөгән. Республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттә көтөүселәр ат менән көткән, ләкин тау битләүе текә булғас, был юлы  мопедҡа ултырған.

«Улар малдарҙы һыулауға йәйәү төшөргән. Кире менгәндә көтөүлеккә теләр-теләмәҫ кенә китеп барған малдарҙы сыбыртҡыларға тура килгән — ниндәйҙәр мәлдә нәҫел үгеҙе ҡапыл боролған да малсыға ташланған. Ир уны сыбыртҡыһы менән ҡурҡыта алмаған, сөнки уның махсус таяғы булмаған», —  тип белдерҙеләр ведомствола.

Үгеҙҙе көтөүсенең иптәше ҡурҡытҡан. Бер нисә ҡабырғаһы һынған ир Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған.

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре көтөү көткәндә хеҙмәт дисциплинаһы һәм эш процесын ойоштороу тәртибе боҙолған тигән һығымтаға килгән. Эш биреүсегә штраф һалынған.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас