Новости
17 Август 2021, 11:19

Башҡортостанда 1,5 гектар майҙанда 9 тәбиғәт янғыны ҡотора

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика биләмәһендә дауам иткән урман янғындары буйынса көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостанда 1,5 гектар майҙанда 9 тәбиғәт янғыны ҡотораБашҡортостанда 1,5 гектар майҙанда 9 тәбиғәт янғыны ҡотора
Башҡортостанда 1,5 гектар майҙанда 9 тәбиғәт янғыны ҡотора

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 августа Бөрйән, Белорет, Хәйбулла, Учалы райондарында биш тәбиғәт янғыны теркәлгән. Ут 50,7 гектар ерҙе ялмап алған.

17 август иртәһенә Хәйбулла, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарында дөйөм 1,5 гектар майҙанда туғыҙ янғын һүндерелмәгән.

1198,8 гектар майҙандағы өс янғындың таралыуына юл ҡуйылмаған.

Тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: автор
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас