Новости
16 Август 2021, 04:55

Рөстәм Нәбиев йәнә Эльбрусты яуланы!

Был юлы ул ҡыҙы Софияға биргән вәғәҙәһен үтәне.

Рөстәм Нәбиев йәнә Эльбрусты яуланы!Рөстәм Нәбиев йәнә Эльбрусты яуланы!
Рөстәм Нәбиев йәнә Эльбрусты яуланы!

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев, аяҡһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, икенсе мәртәбә 5621 метр бейеклеккә – Эльбрус тауҙарына –  күтәрелде. Был юлы ул өлкән ҡыҙы Софияға биргән вәғәҙәһен үтәне, тауҙың үренә уның уйынсығын да алып менде.

"Бер туҡтауһыҙ, ҡулдарымда ғына 11 сәғәт буйы күтәрелдем, ете көн буйы йыуынманым. Хәҙер мин донъяла Эльбрустың ике бейек нөктәһенә лә ҡулдарында күтәрелгән беренсе кеше", – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күренекле блогер.

Әйткәндәй, Омск ҡалаһындағы хәрби казармала булған һәләкәт сәбәпле аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Эльбрустың иң бейек нөктәләренең береһен былтыр сентябрь айында яулағайны.

 

Фото: bashinform.ru

Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас