Новости
13 Август 2021, 08:58

Йылы һыуға түләүгә ҡағылышлы үҙгәреш көтөлә

"Кешеләрҙең ғәҙел булмаған хаҡ түләүе дөрөҫ түгел”.  

Йылы һыуға түләүгә ҡағылышлы үҙгәреш көтөләЙылы һыуға түләүгә ҡағылышлы үҙгәреш көтөлә
Йылы һыуға түләүгә ҡағылышлы үҙгәреш көтөлә

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы өйҙә һыу йылытҡандарҙың, шулай уҡ үҙәкләштәрелгән йылы һыу менән тәьмин ителгән фатир хужаларының дөйөм йорт сығымдарын тигеҙләргә тәҡдим итә.

Мәғлүм булыуынса, күп фатирлы йорттарҙағы коммуналь сығанаҡтарҙы файҙаланыуға киткән дөйөм сығымдарҙың нормативтарын яңыса иҫәпләргә тәҡдим иткәндәр. Министрлыҡ нормативты һанағанда эҫе һыу етештереү төрөн (үҙәкләштерелгән, үҙәкләштерелмәгән) иҫәпкә алыуҙы кәрәк тип һанай.

Был саралар үҙәкләштерелгән йылы менән тәьмин ителгән күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең сығымы үҙҙәренең йылытыу пункттарында һыу йылытҡан йорт хужаларҙыныҡы араһындағы ҙур айырманы төҙәтеүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Хөкүмәтенең 5 августағы проект ҡарары норматив-хоҡуҡи акттар проекттары федераль порталында – regulation.gov.ru баҫылған.

Проект илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәсәй субъекттарындағы муниципаль берәмектәрҙә яйлап бер төрлө коммуналь хеҙмәттәргә күсеү тураһындағы сығышына нигеҙләнеп әҙерләнгән.

Билдәле булыуынса, әле коммуналь сығанаҡтарға ике төр хаҡ ҡуйыла: иҫәп приборы һәм норматив буйынса. Һыу менән тәьмин итеү буйынса нормативтар субъекттарҙа бер төрлө булһа, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә айырмалыҡтар бар.

“Әле һәр муниципаль берәмек йылылыҡ менән тәьмин итеү нормативын селтәрҙең оҙонлоғона, төбәктең температура режимына һәм башҡа факторҙарға ҡарап, үҙе билдәләй. Был осраҡта хатта күрше торған йорттарҙа йылылыҡ өсөн төрлөсә түләүҙәре ихтимал”, – ти Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев. Уның аңлатыуынса, әгәр был үҙгәрештәр ҡабул ителһә, йылылыҡ менән тәьмин итеү һәр төбәктә бер төрлө буласаҡ. Шулай уҡ үҙенең ҡаҙанлығы бар йорттарҙа йылытыу нормативын билдәләү буйынса формула сығарыла.

“Әле күп фатирлы йортта үҙҙәренең ҡаҙанлығында һыу йылытҡандар үҙәкләштерелгән йылы һыу менән тәьмин ителгәндәргә ҡарағанда күберәк түләй, сөнки был вариантта йылы менән тәьмин итеү өсөн түләүҙе иҫәпләү өсөн формула юҡ. Һәм быны танырға кәрәк, кешеләрҙең ғәҙел булмаған хаҡ түләүе дөрөҫ түгел”, – тип өҫтәне Павел Качкаев.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова белдереүенсә, был үҙгәрештәрҙе ҡабул иткәндән һуң нормативты урынлаштырғанда шундай уҡ алымды ҡулланыу мөмкин буласаҡ.

“Ул теүәллерәк, шундай уҡ йорттарҙа ҡуйылған иҫәпләү ҡорамалдары мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән, йәғни һанағанда иҫәпләү ҡорамалдары булған йорттарҙан ҡулланыу мәғлүмәттәре алына. Был ысул асыҡ, сөнки коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу нормативтарын билдәләгәндә күләмде арттырыуға юл ҡуймай”, – ти министр урынбаҫары.

 

 

Фото: go64.ru  

Рәмилә Мусина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас