Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн ике поликлиника төҙөлөшө график буйынса дауам итә. Был объекттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Бөрө районы халҡы һуңғы йылдарҙа артыуын дауам итә, яңы поликлиниканың кәрәклеге көндәй асыҡ. Райондың медицина учреждениелары 1913 һәм 1970 йылдар арауығында төҙөлгәнлектән, улар хәҙерге заман талаптарына тулыһынса яуап бирмәй. Объекттың дәүләт заказсыһы Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы –“Корунд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Дүрт ҡатлы бина былтыр төҙөлә башлаған. Әлеге көндә ҡыйыҡ ябыу, штукатурлау эштәре тамамланған, газ һәм һыу менән тәьмин итеү, йылылыҡ системалары тикшерелгән, стеналар буялған, кабинеттарҙа плитка һалыу һәм ишектәр ҡуйыу бара.
– Әле электр менән тәьмин итеү, видеокүҙәтеү, елләтеү системаларын һәм климат ҡорамалдарын монтажау эше дауам итә. Автономлы янғын сигнализацияһы , телефон линияһы һәм интернет үткәрелә, – ти участка начальнигы Ренат Вәлиев.
– Өлкәндәр поликлиникаһы бинаһында рентгенология бүлексәһе, клиник-диагностик лаборатория урынлашасаҡ, – ти Бөрө үҙәк район дауаханаһының хужалыҡ бүлеге начальнигы Фәнис Бикташев. –Поликлиникала үҙенең йылытыу системаһы һәм эҫе һыуы буласаҡ. Бина асыҡ мөхит талаптарына тулыһынса яуап бирәсәк.
Яңы поликлиника “Һаҡсыл поликлиника” һәм “Асыҡ регистратура” проекттарын индерергә, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы шарттар тыуҙырырға ярҙам итәсәк. Бөрөләр йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ поликлиникаларҙы асыу тантанаһын түҙемһеҙлек менән көтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина хеҙмәттәренән һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, шулай уҡ ҡан әйләнеше һәм яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан