Новости
5 Август 2021, 03:15

Кәңәшсе-тәрбиәселәр конкурсы тамамланды

Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса “ОЗНА-Инжиниринг” ғилми- етештереү  предприятиеһы еңеүсе тип табылды

Кәңәшсе-тәрбиәселәр конкурсы тамамландыКәңәшсе-тәрбиәселәр конкурсы тамамланды
Кәңәшсе-тәрбиәселәр конкурсы тамамланды

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, “Кәңәшсе-тәрбиәселектең иң яҡшы практиктары” конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул тәү тапҡыр “ Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә кәңәшсе-тәрбиәселек” номинацияһы буйынса предприятиелар араһында үткәрелде. Был хаҡта  республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов  һөйләне.

Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса “ОЗНА-Инжиниринг” ғилми- етештереү  предприятиеһы еңеүсе тип табылды.Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте менән “Благовещен арматура заводы”акционерҙар йәмғиәте яуланы.

–Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. Финалистарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм  конкурстың  2021 йылдың 4-се кварталында үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында ҙур уңыштар теләйбеҙ, – тип белдерҙе Айрат Фәхретдинов.

 Конкурстың маҡсаты билдәле инде: кәңәшсе-тәрбиәселектең  алдынғы тәжрибәһен таратыу, кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең хеҙмәтен таныу һәм хөрмәтләү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге”милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Фото:  admmaloyaroslavec.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас