Новости
12 Июля 2021, 14:35

Бәхәс тыуҙырған мәсьәләләр тикшерелде

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары “Инцидент менеджмент” системаһы аша хакимиәткә мөрәжәғәт иткәйне.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Нефтекамалағы Универсаль үҙәк баҙар биләмәһендә ҡала хакимиәте вәкилдәре эшҡыуарлыҡ берләшмәһе ағзалары менән осрашты. Унда бәхәс тыуҙырған мәсьәләләр тикшерелде.
Мәғлүм булыуынса, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары халыҡ менән башҡарма власть араһында тура бәйләнеш булдырған һәм төрлө өлкәләрҙәге етешһеҙлектәрҙе яйға һалырға булышлыҡ иткән “Инцидент менеджмент” системаһы аша хакимиәткә мөрәжәғәт иткәйне. Ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Лилиә Петрова әйтеүенсә, урынға барып эшҡыуарҙар тарафынан биләнгән ер участкалары сиктәрен өйрәнелде. Ошонда уҡ яуым-төшөм һыуы ағып төшкән канализацияны файҙаланыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алыштылар.
Әле контроль-күҙәтеү органдары менән Универсаль баҙар һәм “Көньяҡ” сауҙа комплексы биләмәһендә стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыуҙы яраштырыу ғәмәлдәре бара.
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас