Республика умартасылары төбәктә бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына бәйле борсолоу белдерә. Уларың фекере буйынса, төп сәбәп – ауыл хужалығы баҫыуҙарын ашламалар менән эшкәртеү.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, былтыр көсөнә ингән федераль законға ярашлы, ауыл хужалыҡтары баҫыуҙарҙы пестицидтар һәм агрохимикаттар менән эшкәртеү хаҡында унан ете саҡрымдан алыҫ булмаған арауыҡта умарталары урынлашҡан кешеләрҙе алдан иҫкәртергә тейештәр. Был турала яңылыҡ киң мәғлүмәт саралары аша өс көн алдан иҫкәртеү талап ителә, сөнки ошо ваҡыт арауығында умартасылар бал ҡорттарын һаҡлау сараһын күрергә бурыслы.
Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров һүҙҙәренсә, ведомство урмандарҙы эшкәртеү алдынан иҫкәртеү саралары талабын тулыһынса күҙәткән.
Зариф Байғусҡаров умартасыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм килтерелгән зыянды ҡайтарыу буйынса ҡануниәткә өҫтәмә үҙгәрештәр индереүгә булышлыҡ итергә әҙерлеге булыуын белдерҙе.
“Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән был ҡануниәт умартасыларҙы тейешенсә яҡлай алмай икән, яңы закон проектын индерергә әҙермен. Төбәктә ҡортсолоҡ быуындан быуынға һаҡланып килә, ә башҡорт балы – республиканың төп брендтарының береһе. Беҙ ғүмер буйы бал ҡорто тоттоҡ, бал ағыҙҙыҡ, Күгәрсен районындағы туғандарым да зыян күрҙе. Миңә хәбәр итеүҙәренсә, әле үлгән ҡорттар анализға алып, уларҙың үлем сәбәбен билдәләү өсөн экспертизаға ебәрелде. Һөҙөмтәһен көтөп, уның буйынса мәсьәләне күтәрәсәкбеҙ, шул иҫәптән зыян күргән умартасыларға зыянды ҡайтарыу буйынса”, – тине Зариф Байғусҡаров.
1995 йылда Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып ҡортсолоҡ буйынса закон ҡабул иткәйне. Әле Рәсәйҙең 41 төбәгендә ошондай ҡанун бар.