Новости
7 Июль 2021, 08:31

Республикала көндәр йәнә эҫетә

Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауа температураһы 31 градусҡа тиклем күтәрелә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауа температураһы 31 градусҡа тиклем күтәрелә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 8 июлдә республикала яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көслө.
Һауа температураһы төндә – 12-17, көнсығышта – 7, көндөҙ – 25-30 градус.
9 июлдә лә яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың айырым райондарында бер яҙ ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көслө.
Һауа температураһы төндә – 12-17, көнсығышта – 7, көндөҙ – 26-31 градус.
Галина Бахшиева
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас