Новости
5 Июль 2021, 17:01

"Туғандаш халыҡ икәнебеҙҙе онотмайыҡ"

Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Черногориянан Фольклориадала тәүге тапҡыр ҡатнашалар. Төрлө мәҙәниәттәр, цивилизациялар һәм диндәр тоташҡан был ил делегаттарына Башҡортостан бик оҡшай.

Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Черногориянан Фольклориадала тәүге тапҡыр ҡатнашалар. Төрлө мәҙәниәттәр, цивилизациялар һәм диндәр тоташҡан был ил делегаттарына Башҡортостан бик оҡшай.
– Беҙ Мәскәү аша остоҡ. Әле мин үҙем тәрән хөрмәт иткән илдәмен. Ҡырҡ йыл элек, Советтар Союзы осоронда, Новочеркасск ҡалаһындағы туғандаштар фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Әле күргәндәрем иһә бөтөнләй башҡаса. Көткәнемә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Бик йылы осрашыу. Кешеләр асыҡ, йылмайып торалар. Беҙҙең коллектив күп милләтле: арабыҙҙа черногорсылар, хорваттар, сербтар, чехтар бар, – ти “ЧРНА ГОРА” ансамбле етәксеһе Серетен Калудерович.
Серетен Калудерович белдереүенсә, бөгөн улар Әбйәлил районында. Бында уның менән бөтә ғаиләһе – ҡатыны һәм өс улы килгән.
– Беҙ бында килеүебеҙгә бик шат. Мәҙәниәтебеҙҙең бәләкәй генә булһа ла өлөшөн күрһәтә алыуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Беҙ - туғандаш халыҡ – был турала онотмайыҡ. Фольклориада – осрашыу өсөн матур сәбәп, бында сәйәсәт юҡ, яҡшы кәйеф менән уртаҡлашыу урыны, – ти ул.
Фото Фольклориада сайтынан.
Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас