Новости
29 Июнь 2021, 21:00

Теш табиптары – Федоровка районында

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһынан бер төркөм табиптар Федоровка районында эшләне. “Толпар” күсмә стоматология комплексы Бала Сытырман ауылында туҡталды.

Билдәле булыуынса, республикала бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Стоматология комплексында теш табиптары 52 баланы тикшерҙе, шуларҙың 35-е станцияға алынды. Шулай уҡ 10 ауыл: Бала Сытырман, Һәйет, Юлдаш, Ключевка, Иҫке Михайловка, Батыр, Яңы Яуыш, Яңы Софиевка, Иҫке Сытырман, Златоустовка, Гавриловка балалары өсөн дауалау-профилактика эше үткәрелде.
Әйткәндәй, районда “Теш-фест” уҙғарылды. Унда күсмә бригада театрлаштырылған тамаша ҡорҙо, сәләмәтлек дәресе, викторина, һүрәттәр конкурсын, һаулыҡҡа һәм балаларҙа стоматология ауырыуҙарын иҫкәртеүгә арналған художество үҙешмәкәрлек конкурсын үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡандарға дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
Лилия Давлетбакова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас