Новости
30 Июнь 2021, 17:09

Эх, балаҡайҙар...

Эҫе йәй һыуҙа батып үлеү осраҡтары менән шаңҡыта. Бөгөн Приморьела юғалған өс малайҙың кәүҙәһе табылыуы хаҡында мәғлүмәт булды.

Эҫе йәй һыуҙа батып үлеү осраҡтары менән шаңҡыта. Бөгөн Приморьела юғалған өс малайҙың кәүҙәһе табылыуы хаҡында мәғлүмәт булды.
Уссури йылғаһында батып үлгән малайҙарға ни бары 8 йәштән 12 йәшкә тиклем. Икәүһе – бер туғандар, өсөнсөһө уларға ике туған була.
Vl.ru. порталы яҙып сығыуынса, балаларҙың кәүҙәһен бер-береһенән йыраҡ булмаған арауыҡта ағым йүнәлешендә табалар. Әле фажиғә урынында тәфтишсе криминалистар эшләй.
Хөрмәтле ата-әсәләр, зинһар, балаларығыҙҙың ҡайҙа, нисек ял итеүенә иғтибарлы булығыҙ! Ҙур үҫкәндәр инде тип, һыу ятҡылыҡтарына яңғыҙҙарын ебәреү – енәйәткә бәрәбәр!

Фото © Instagram / lesozavodsk_life
Автор:Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас