Новости
30 Июнь 2021, 11:14

Быйыл мәктәптәрҙә дистанциялы уҡыу булырмы?

Мәскәү мәктәптәренең береһендә уҡыған 3-сө класс уҡыусыһы Владимир Путинға ошондай һорау бирҙе.

Мәскәү мәктәптәренең береһендә уҡыған 3-сө класс уҡыусыһы Владимир Путинға ошондай һорау бирҙе.
“Сентябрҙә киләһе уҡыу йылын беҙ ҡайҙа ҡаршы алырбыҙ: мәктәптә - парта артындамы, әллә өйҙә- компьютер алдындамы ?” тип һораны ул.
– Был һорауға әлегә яуап биреп булмай, – тине Владимир Путин. – Ике ай эсендә хәлдәрҙең нисек үҙгәреп китеүен бер кем дә белмәй. Шулай ҙа әгәр өлкәндәр аңлылыҡ күрһәтеп прививкалар яһатһа һәм коллектив иммунитет тупланһа, мәктәптәрҙе ябыу булмаҫ тип ышанам. Һәр хәлдә башланғыс класс уҡыусылары мәктәпкә йөрөр тип уйлайым, быға тиклем дә уларҙы мәктәптә уҡытырға тырыштыҡ. Ә өлкән кластар буйынса ҡарар ваҡыты етә килә ҡабул ителер.
Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан ир кеше биргән һорау ҙа ошоға ҡағылды. Уның ҡатыны уҡытыусы һәм прививка яһатыу өсөн һаулығы буйынса ҡаршылыҡтар бар. Әммә эштә әгәр вакцина эшләтмәһә, уны ҡыуасаҡтар тип янағандар. “Был законлымы?” тип һораны ир. Владимир Путин бының законһыҙ булыуы тураһында белдерҙе.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас