Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан алты ауырыу вафат булды. Шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны 595-кә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала бөтәһе 41 мең 352 кешенең сирҙе йоҡторғанлығы билдәле.
Һуңғы тәүлектә ковидты эләктергәндәр һаны 156-ға артты. 197 ауырыу һауыҡҡан.
Республикала халыҡты вакцинациялау дауам итә. Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Йәмәғәтселек урындарында, транспортта һәм магазиндарҙа битлек режимын һаҡлағыҙ.