Новости
29 Июнь 2021, 18:03

“ИКЕЛЕ”

Илфаҡ уҡытыусы янына килде. – Мәрйәм апай, ни өсөн миңә “икеле” ҡуйҙығыҙ? Мин бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙем. Бына ҡарағыҙ. – Күлгә таш ырғытһаң, ни була?

“ИКЕЛЕ”“ИКЕЛЕ”
“ИКЕЛЕ”

Илфаҡ уҡытыусы янына килде.

– Мәрйәм апай, ни өсөн миңә “икеле” ҡуйҙығыҙ? Мин бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙем. Бына ҡарағыҙ.

– Күлгә таш ырғытһаң, ни була?

– Ул еүешләнә.

– Һигеҙ көн йоҡламайынса нисек йәшәргә?

– Проблема юҡ. Төндә йоҡларға кәрәк.

– Бер ҡулыңда өс алма һәм дүрт әфлисун, ә икенсе ҡулыңда дүрт алма һәм өс әфлисун булһа, һинең нимәң бар?

– Көрәктәй ҡулдарым бар.

– Һигеҙ кеше стенаны ун сәғәт төҙөгән. Уны төҙөр өсөн дүрт кешегә күпме ваҡыт кәрәк?

– Бер секунд та кәрәкмәй, ул төҙөлгән бит инде.

– Бетон иҙәнгә ватмайынса йомортҡаны нисек ырғытырға?

– Нисек кенә тырышма, бетон иҙәнде йомортҡа менән ватып булмай.

“ИКЕЛЕ”
“ИКЕЛЕ”
Читайте нас