Новости
29 Июнь 2021, 18:34

Эшһеҙҙәр һаны кәмей

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны йыл башынан алып 16 процентҡа кәмегән – 94,2 мең кешегә ҡалған. Был һөҙөмтәгә “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам” төбәк проектының үтәлеше ярҙамында өлгәшелгән.

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны йыл башынан алып 16 процентҡа кәмегән – 94,2 мең кешегә ҡалған. Был һөҙөмтәгә “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам” төбәк проектының үтәлеше ярҙамында өлгәшелгән.
Проекттың халыҡ араһындағы иң абруйлы ысулы – яңы һөнәргә уҡытыу программалары.
“Эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларының иң күп файҙаланылғаны – субсидияланған яллау”, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны йыл башынан 2,2 тапҡырға кәмегән. Министрҙың беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, Рәсәй Президенты төбәктәр алдына аныҡ бурыс ҡуйған – быйыл халыҡтың мәшғүл өлөшөн пандемияға тиклемге кимәлгә еткереү. “Был эште әүҙем дауам итәбеҙ һәм бер юлы эш биреүселәрҙән кадрҙарға ҡытлыҡ тураһындағы мәғлүмәт тә көтәбеҙ”, – ти Юрий Мельников.
Субсидияланған яллау программаһында ҡатнашырға 900-гә яҡын предприятие теләк белдергән, улар бөтәһе биш меңдән ашыу вакансияға ғариза биргән. Бөгөнгә 526 эш биреүсегә 800-ҙән ашыу кеше урынлаштырылған да инде. Яңы һөнәргә өйрәтеү программаһында ҡатнашырға өс меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Нигеҙҙә улар пенсияға сығыу алдында торған граждандар һәм йәш әсәләр.
Рәшит Кәлимуллин
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас