Новости
28 Июнь 2021, 15:49

«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН

Хакасияла  үткән «От ыры» — «Ут йыры» тигән Бөтә Рәсәй этник эстрада конкурсында Башҡортостандан «Хазина» этно-проекты ҡатнашҡан. Был конкурс утыҙынсы тапҡыр булған. Коронавирус арҡаһында ул дистанцияла үткәрелгән.

«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН
«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН
«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН
«УТ ЙЫРЫ»НДА «ХАЗИНА» ЕҢГӘН

Хакасияла  үткән «От ыры» — «Ут йыры» тигән Бөтә Рәсәй этник эстрада конкурсында Башҡортостандан «Хазина» этно-проекты ҡатнашҡан. Был конкурс утыҙынсы тапҡыр булған. Коронавирус арҡаһында ул дистанцияла үткәрелгән.

Земфира Рәшитова етәкселегендәге «Хазина» төркөмө I дәрәжә лауреат булған.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған «Хазина» 2020 йыл башында ойоша. Уның составындағы ҡыҙҙар һәр береһе төрлө музыка ҡоралында уйнай:  Земфира Рәшитова – ҡурайҙа, вокалсы Зәлиә Нурлы – ҡумыҙҙа, Зәлиә Ғәниәтуллина – традицион ҡыл ҡумыҙҙа, Наилә Биктимерова –  прима ҡыл ҡумыҙҙа, Гөлназ Нафиҡова – думбырала. Төркөмдөң репертуары һирәк башҡарылған милли йыр-моңдан тора.   

Сығанаҡ: «Башинформ».

Читайте нас