Новости
26 Июня 2021, 08:04

ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ

Ҡариҙел районында төнөн Яңы Йәнсәйет – Ҡариҙел автомобиль юлында юл ҡазаһы булған.  

ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ
ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ

Ҡариҙел районында төнөн Яңы Йәнсәйет – Ҡариҙел автомобиль юлында юл ҡазаһы булған.  

Stels мопедында елдергән 19 йәшлек Өфө егете һыйырға барып бәрелгән.  Был турала ЮХХДИ-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Егет йәрәхәтттәр алған, уны дауаханаға алып киткәндәр, ә һыйыр шунда уҡ йән биргән.  

Тикшереү бара. Егеттең транспорт йөрөтөүгә таныҡлығы булмаған, мопеды ла теркәлмәгән.

Сығанаҡ. “Башинформ”.  

ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ
ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ
Читайте нас