Новости
23 Июнь 2021, 11:50

Ҡашҡарҙа яңы ФАП асылды!

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы сафҡа ингән заманса медицина учреждениеһы - Йылайыр районында бишенсе модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһе.

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы сафҡа ингән заманса медицина учреждениеһы - Йылайыр районында бишенсе модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһе.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡашҡар һәм Исҡужа ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был биләмәләрҙә 475 кеше, шул иҫәптән 120 бала иҫәпләнә. Әйткәндәй, быйыл өс сабыйҙың донъяға килеүе көтөлә. Ауыл халҡы, медицина хеҙмәткәрҙәре яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина белдереүенсә, ауыл халҡы яңы ФАП-тың төҙөлөүен ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүлмәләре бар.
Бигерәк тә фельдшер Рәйсә Байморатованың шатлығының сиге юҡ. “Утыҙ йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, бөгөнгө кеүек уңайлы шарттарҙы күргәнем булманы. Яңы ФАП-та барыһы ла алдан уйланылып эшләнгән, беҙҙең өсөн дә, сирлеләргә лә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Шулай ҙа мин ауылдаштарыма был йортто урап үтеүҙәрен теләр инем, һау-сәләмәт булһындар!”, - ти.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу, ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы һәм тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү тора.
Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас