Новости
21 Июнь 2021, 15:54

РУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА

IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатының финалына әҙерлек ҡыҙыҡ төҫ бара. Башҡортостан йыйылма командаһының  «Түбәнге кластарҙа уҡытыу» компетенцияһында ҡатнашыусы Руфина Иҡсанова  уҡытыусылары менән бергәләп конкурстың модулдәр буйынса талаптарын өйрәнә, ғәмәли күнегеүҙәр эшләй.  

РУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛАРУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА
РУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА
РУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА
РУФИНА ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА

IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатының финалына әҙерлек ҡыҙыҡ төҫ бара. Башҡортостан йыйылма командаһының  «Түбәнге кластарҙа уҡытыу» компетенцияһында ҡатнашыусы Руфина Иҡсанова  уҡытыусылары менән бергәләп конкурстың модулдәр буйынса талаптарын өйрәнә, ғәмәли күнегеүҙәр эшләй.   

Студент ҡыҙға интерактив ҡорамалдарҙы һәм робот техникаһы элементтарын ҡуллана белеүен, тәҡдим ителгән проблемаға үҙ ҡарашын, уҡыусылар менән интерактив аралашыуҙы ойоштора алыуын  күрһәтергә кәрәк буласаҡ.  
«Чемпионат ҡатнашыусыларҙа иғтибарлылыҡ, тиҙлек тәрбиәләй, хәлде күҙаллап, фекер йөрөтөргә һәм тиҙ генә ҡарар ҡабул итергә өйрәтә, һәләттәреңде аса, хаталарыңды аңлап, артабан төҙәтергә мөмкинлек бирә, профессияңда иң яҡшы булырға дәртләндерә», – ти Руфина.

 

Сығанаҡ: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.

Читайте нас