Был аяныслы хәл Салауат районында булған - ҡырағай ҡош баланы күҙһеҙ ҡалдырған. «Йүрүҙән» гәзите хәбәр итеүенсә, Йонос ауылынан бер нисә бала яндырылған Тәкәй ауылы янындағы йылғаға һыу инергә барған. Ҡайтып килгәндә малайҙарҙың береһе үлән араһында өкө балаһына юлыға һәм уны үҙе менән ала. Быны күреп ҡалған инә ҡош ҡошсоғона ярҙамға ташланған. Һөҙөмтәлә өкө осло тырнаҡтары менән баланың күҙен сығара... Малай дауаханаға оҙатылған, ләкин табиптар уның йәрәхәтләнгән бер күҙен һаҡлап ҡала алмай. Уға Өфөлә бер нисә операция яһарға тура килә.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡошсоҡтарына хәүеф янаған осраҡта өкө, күпселек йыртҡыс ҡоштар кеүек, «йәберләүсегә» һөжүм итергә мөмкин. Тәбиғәттә һаҡ та, һаҡсыл да булырға кәрәк...