Баҡалы районының Иҫке Маты ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтарҙың ғаиләһендә Рәсәй көнөндә бик ҡыуаныслы ваҡиға булған: һыйырҙарының дүрт быҙауы тыуған.
Бестужев тоҡомона ҡараған был һыйыр туғыҙынсыға быҙаулаған. Быға тиклем ике быҙауы бер нисә тапҡыр тыуған, ә бына бер ыңғай дүртәү булғаны хатта районда теркәлмәгән хәл.
Хужа – Эдуард Әнис улы үҙе ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған кеше, зоотехник булып эшләгән. Быҙауҙарҙың “кендек атаһы” ла ул. Аяҡҡа баҫтырыуға ла күп көс һалған, биҙрәнән һөт эсергә өйрәткән. Әле улар бик һәйбәт үҫешә, ашайҙар һәм уйнайҙар. Быҙауҙар, ғәҙәттә 20 – 30 килограмлыҡ булып туһа, былар 12 – 15 кило самаһы булған.
Азамат БУКАНОВ, ветеринария фәндәре кандидаты, доцент:
- Минең хәтеремдә Башҡортостанда бындай хәл 2011 йылда теркәлгәйне. Шишмә районында шулай уҡ дүрт быҙау тыуҙы. Был хәл һыйырҙың организмындағы гормональ үҙгәрештәргә бәйле тип уйлайым. Белеүебеҙсә, уларҙың бер – ике быҙауы тыуа. Ете мең һыйырҙың береһе генә өс быҙау таба. Ә бер юлы дүртәүҙең тыуыуы – уникаль күренеш, 700 мең һыйырҙың береһе генә дүрт быҙау табыуы ихтимал.
Нисек кенә булмаһын, ғаилә бындай бүләккә шат.