Ул был эшлекле тәҡдимен илдәге демографик хәлдең ҡатмарлы булыуы менән бәйләй. Күп ғаиләләр бер-ике бала менән сикләнә, иҡтисад хәлдәре тотороҡло түгел, ипотека, кредиттар... Түбән эш хаҡы, фатир һәм башҡа проблемалар йәмғиәттә күп балалы ғаиләләр һанын кәметә, ти ул. Был миллион, әлбиттә, барлыҡ проблемаларҙы хәл итмәйәсәк. Әммә ғаиләләр өсөн яҡшы матди ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләй йәмәғәтсе.