Новости
16 Июнь 2021, 17:07

Өфөлә Табиптар көнөн парад һәм концерт менән билдәләйҙәр

Иртәгә, 17 июндә, Башҡортостанда «Медицина хеҙмәткәре көнөн» билдәләйҙәр. Сәғәт 10-да Өфө ҡалаһының алты залында медицина хеҙмәткәрҙәрен федераль һәм республика наградалары менән бүләкләү тантанаһы була.

Иртәгә, 17 июндә, Башҡортостанда «Медицина хеҙмәткәре көнөн» билдәләйҙәр. Сәғәт 10-да Өфө ҡалаһының алты залында медицина хеҙмәткәрҙәрен федераль һәм республика наградалары менән бүләкләү тантанаһы була.
Улар:
— Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министррлығының Колонна залы (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106);
— Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы (Зәки Вәлиди урамы, 34а);
— Опера һәм балет театры (Ленин урамы, 5), Шаляпин һәм Грек залдары;
— Башҡорт дәүләт медицина университетының 10-сы корпусы (Театр урамы, 2);
— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залы (Зәки Вәлиди урамы, 40).
Сәғәт 12 -лә Башҡорт дәүләт драма театры майҙансығында медицина ойошмаларынан һәм Башҡорт дәүләт медицина университетынан ижади коллективтарҙың сығыштары башлана.
Медицина хеҙмәткәрҙәре парады көндөҙгө сәғәт 1-гә тәғәйенләнгән. Унда республиканың барлыҡ медицина округтарынан 650-нән ашыу медик ҡатнаша. Улар Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем атлап бара.
«Торатау» конгресс-холында (Ҙур сәхнә) көндөҙгө 3-сө 30 минутта Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләй.
Тантаналы сара байрам концерты менән тамамлана.
Иртәгә Башҡортостан юлдаш телеканалында ошо тантаналы ваҡиға уңайынан тура эфирҙа телемарафон ойошторола. Трансляция иртәнге 10-сы 30 минутта башлана, тип хәбәр итә Башинформ.
Читайте нас