Кисә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа 12 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән. Фажиғә Краснокама районындағы күлдә була. Был турала “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә.
2008 йылда тыуған бала махсус йыһазландырылмаған урында һыу инергә була. Ул һыуға сума ла кире сыҡмай. Ошондағы кешеләр баланы эҙләй башлай һәм ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе кәүҙәһен һөйрәп сығара.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай: иҫерек килеш һыуға төшмәҫкә, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа, йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инмәҫкә, йөҙә белмәһәң, йыраҡҡа китмәҫкә. Ошоларҙы онотмаһаҡ ине.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.