Башҡорт һәм татар эстрадаһының яратҡан йырсыһы Вәсилә Фәттәхованың фағижәле өҙөлгән ғүмере әле һаман күптәрҙең күңелен әрнетә. Көтөп алған ҡыҙын тыуҙырғас, ҡулына алып яратып та өлгөрә алмай арабыҙҙан бик үкенесле китте шул ул.
Билдәле булыуынса уның шулай уҡ улы һәм ире ҡалды. Тормош иптәше Илгиз Абдраҡипов Вәсиләнең хәтеренә арнап концерт булыр тип быға тиклем дә өндәшеп ҡуйғайны. Ә ошо көндәрҙә был мәсьәлә хәл ителде. Вәсилә Фәттәхованың үлеменә биш йыл тулыуға арнап Өфөләге Йәштәр һарайында концерт үтәсәк. “Һинһеҙ биш йыл” тип аталған сара 26 августа буласаҡ. Концертта башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсылары ҡатнашасаҡ. Улар Вәсилә Фәттәхова репертуарынан билдәле йырҙарҙы башҡарасаҡ.
Бөгөнгә ҡарата был сарала Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадирова, Илһам Вәлиев, Ландыш Ниғмәтйәнова, Ризван һәм Альбина Хәкимовтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Айгөл Һағынбаева һәм башҡалар ҡатнашырға теләк белдергән.