Кик-шеринг (самокат прокаты) киң таралыу ала. Әммә күп осраҡта электросамокаттарҙы яратыусылар аварияға тарый. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан республикала 11 бер ошондай осраҡ теркәлгән.
Республика ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, был транспорт сараһында йөрөүҙең тейешле ҡағиҙәләрен булдырыу өсөн башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, Германияла электросамокаттарҙың автомобиль юлына сығыуына сикләүҙәр бар. Бынан тыш, эскән килеш самокатта йөрөгәндәрҙең бөтә төр водитель танытмаһын тартып алалар, ә беҙҙә 1000-1500 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған. Сәбәбе шунда – беҙҙең илдә самокат транспорт сараһына тиңләштерелмәгән.
Ғөмүмән, Рәсәйҙә самокаттың юридик статусы билдәле булмағанға ҙур бәхәстәр тыуа.
“Электросамокаттар илебеҙҙең, республикабыҙҙың юлдарында барлыҡҡа килде. Эсеп алған йәштәр электросамокаттарҙы прокатҡа алып, Октябрь проспекты, Ленин урамы буйлап автомобиль юлында хәрәкәт итә, машиналарға ҡаршы сыға. Сит илдәрҙә прокатҡа алынған самокаттарҙа автомобилдәр йөрөгән юлға сығырға ярамай, хәрәкәт итергә рөхсәт ителгән билдәле локациялар бар. Беҙҙә ул индерелһә, шул саҡта хәл үҙгәрәсәк Һәм самокаттар ҡатнашлығында авариялар ҙа әҙ буласаҡ. Был самокаттарҙы йөрөргә биргәндәр, автомобилдәр юлына сығырға ярамағанлығын һәм нимә эшләргә кәрәлеген иҫкәртеп яҙырға тейеш. Беҙҙә тағы ла “тик” бар, самокаттар тротуарҙа йөрөгән йәйәүлеләрҙе бәрҙерә. Был уңайһыҙлыҡтар ҙа бар. Уның өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Велосипедсылар һәм самокатта йөрөгәндәр өсөн айырым юлдар кәрәк. Тәртипһеҙ йөрөүҙәр эҙемтәләргә килтереүе кисектергеһеҙ. Самокаттарҙа автомобиль юлында хәрәкәт иткәнен күрһәк, уларҙы туҡтатабыҙ, протокол төҙөйбөҙ, айырыуса эскән килеш йөрөгән булғандарға”, – тине Динар Ғилметдинов.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.