Новости
8 Июнь 2021, 18:36

Бөтә донъя фольклориадаһына 25 көн ҡалды!

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйылғы йәйҙең иң ҙур һәм сағыу сараһы буласаҡ. 3 - 10 июлдә Башҡортостан Ер шарының төрлө урындарынан ҡунаҡтар көтә, бында төрлө халыҡтар мәҙәниәте осраша, 200-ҙән ашыу милләт йыйыласаҡ.

CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйылғы йәйҙең иң ҙур һәм сағыу сараһы буласаҡ. 3 - 10 июлдә Башҡортостан Ер шарының төрлө урындарынан ҡунаҡтар көтә, бында төрлө халыҡтар мәҙәниәте осраша, 200-ҙән ашыу милләт йыйыласаҡ.
Фольклориадала Рәсәй мәҙәниәтен башҡорттоң милли биҙәктәренә сорналған матрешка сағылдыра, был - быйылғы Бөтә донъя фольклориадаһының Башҡортостанда үтеүенә ишара.
4 июль Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә матди булмаған мәҙәни мираҫҡа арналған халыҡ-ара конференция уҙасаҡ. Был сарала Рәсәйҙең бер нисә төбәгенән, атап әйткәндә, Бүрәт Республикаһы, Башҡортостан, Алтай, Пермь крайынан килгән вәкилдәр, шулай уҡ сараға йыйылған һәр ил вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Форум 4 июлдә 10.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холында башлана. Уның менән бер рәттән төрлө халыҡтарҙың милли уйындарын сағылдырған, оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобтарын үҙ эсенә алған махсус майҙансыҡ эшләйәсәк.
Фольклориадала ҡатнашҡан һәр кемдең Covid-2019 инфекцияһы менән ауырымай тигән белешмәһе булырға тейеш. Анализдарҙы Рәсәй биләмәһенә килгәндән өс аҙна алдан тапшырыу зарур.
Сара үткән һәр ерҙә ҡатнашыусыларҙың тән температураһы үлсәнәсәк.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.
Айгөл Йәмилева
Читайте нас