Башҡортостанда 3 июлдән 10 июлгә тиклем үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына ныҡлы әҙерлек бара.
Мәҫәлән, “Красноусол” фольклориаданың рәсми һыуы буласаҡ. Бының өсөн махсус рәүештә яңы этикетка уйлап табылған. Символикалы эсәр һәм минераль һыу магазиндарҙа апрелдән һатыла.
Красноусол минераль сығанаҡтары 16-сы быуаттан билдәле. Шул саҡта уҡ кешеләр һыуҙың шифалы үҙенсәлектәре тураһында белгән һәм уларҙы “Изге шишмәләр” тип атаған. Әле лә был һыу файҙалы, шифалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған.
Фольклориаданы ойоштороусылар унда ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни программа әҙерләгән. Уға ярашлы, ҡунаҡтарға Өфөнөң иң матур урындары буйлап тур ойоштороласаҡ. Улар ҡаланың тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныша аласаҡ.
Әле Өфөнөң тарихи үҙәгендә ике һәм уның көньяҡ менән төньяғы буйлап өс сәғәтлек маршрут ҡаралған.
Донъя кимәлендәге мөһим сараға ҡунаҡтар ҙа ентекле әҙерләнә. Мәҫәлән, Венгриянан килгән коллектив башҡорт телен өйрәнә. Улар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы башҡармаҡсы.
Башҡортостан байрамға 48 ил вәкилдәрен ҡаршы алырға әҙер. Унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Төп сәхнәне – “Фольклориада йөрәге”н 4 июлдә Өфөлә асасаҡтар. 5 июлдән алып коллективтар 22 районға йүнәлә, улар дүрт фестиваль округына берләшә.
Фестиваль округтарының программаһы бик бай. Унда костюмлы парадтар, концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар һәм башҡа саралар ҡаралған.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.