Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына һәм “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәрҙе өсөнсө уҡыуҙа хупланы. Яңы закон күп фатирлы йортта йәшәгәндәрҙең һәм шәхси торлаҡ йорттарының хужаларының хоҡуғын тиңләй, йәғни идарасы компаниялар комммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләүҙә боҙоуҙарға юл ҡуйғанда, шәхси торлаҡ хужалары ла штраф талап итә ала. Әлегә тиклем шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙең бындай хоҡуҡтары юҡ ине.
Рәсәй Президенты законға ҡул ҡуйғас, шәхси йортта йәшәгәндәр һыуға, газға, элетр утына нигеҙһеҙ хаҡ арттырған өсөн тәьминәтсе компанияларға дәғүә белдерә ала. Әгәр закон боҙоуҙар бөтөрөлмәһә, Дәүләт торлаҡ инспекцияһына йәки тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡабул ителгән законға ярашлы, шәхси йорт хужалары коммуналь хеҙмәттәр иҫәбендә ебәрелгән хаталар өсөн штрафтар талап итә ала.
“Беҙҙә 2017 йылдан идарасы компанияларға, сығанаҡ менән тәьмин иткән ойошмаларға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше буйынса операторҙарға дөрөҫ иҫәпләмәгәндә һәм түбән сифатлы комммуналь хеҙмәт күрһәткән өсөн яуаплылыҡ индерелгән. Әммә шәхси секторҙа йәшәгән кешеләрҙең үҙҙәренең хоҡуғын яҡлау мөмкинлеге юҡ ине. Әйткәндәй, дөрөҫ иҫәпләнмәгән иҫәптең йәки күрһәтелгән сифатһыҙ коммуналь хеҙмәт хаҡы күләменең 50 процентын штраф итеп һалыу ҡаралған”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.