Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
31 Май 2021, 15:20
Республикала «7 егет» реалити-шоуының өсөнсө миҙгеленә кастинг иғлан ителде
Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуының өсөнсө миҙгеле башлана. Әлеге ваҡытта проектты төшөрөү эштәренә әҙерлек бара.
Башҡортостанда «7 егет» реалити-шоуының өсөнсө миҙгеле башлана. Әлеге ваҡытта проектты төшөрөү эштәренә әҙерлек бара.
Кастингта башҡорт телендә иркен аралашҡан 20-28 лет йәшлек егеттәр ҡатнашырға мөмкин. Һынауҙы лайыҡлы үткән ете егет «7 егет» реалити-шоуының төп геройҙары була.
Тапшырыу 12-25 июлдә республиканың күркәм мөйөштәрендә – Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондарында төшөрөлә һәм сентябрҙә, «БСТ» һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарының яңы миҙгелендә эфирға сыға.
Тамашасыларҙың оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү мөмкинлеге бар. Иң күп тауыш йыйған егет «Тамашасылар һөйөүе призы»на лайыҡ була.
Реалити-шоуҙың ҙур гала-тамашаһында – «7 егет» байрам балында проект геройҙары, сәхнә йондоҙҙары, бизнес-берләшмә вәкилдәре һәм республиканың күренекле шәхестәре ҡатнаша. Ошонда уҡ бүләкләү тантанаһы була һәм «7 егет» реалити-шоуының яңы еңеүсеһе иғлан ителә.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 262-87-00; электрон почта: kuraitv@mail.ru, 450015, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1600374/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"