Торатау
+28 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
31 Май 2021, 16:45
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала табиптар бригадаһы алты районда эшләй:
Башҡортостанда был аҙнаға «Сәләмәтлек поездары» маршруттары билдәләнде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала табиптар бригадаһы алты районда эшләй:
— Өфө маршруты Өфө районында эшен дауам итә (31 майҙан 2 июнгә тиклем — Рус Юрмашы, 3-4 июндә Шмидт ауылдарында);
— Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшләй (31 майҙа-4 июндә – Арыҫлан, 7-11 июндә Кандаковка ауылдарында);
— Нефтекама маршруты – Балтас районында эшен дауам итә (28 майҙан 1 июнгә хәтлем – Түбәнге Ҡарыш, 2-4 июндә Һәйтәк ауылдарында);
— Октябрь маршруты Баҡалы районында эшләй (31 майҙан 2 июнгә тиклем – Үмәр, 3-4 июндә Ҡамышлытамаҡ ауылдарында);
— Стәрлетамаҡ маршруты Ишембай районында эшен дауам итә (31 майҙан 2 июнгә хәтлем – Ҡарайған, 3-7 июндә Яңы Әптек ауылдарында);
— Белорет маршруты – 31 майҙан 2 июнгә тиклем – Учалы районы Илсеғол ауылында, 3 июндән Әбйәлил районы Хәлил ауылында эшләй.
Табиптар бригадаһында терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр бар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1599950/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"